[go: up one dir, main page]
More Web Proxy on the site http://driver.im/Эстәлеккә күсергә

Төмән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Төмән, (сыб.) Цемке-тора[1]
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Координаталар

57°09′ с. ш. 65°32′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Афанасьев, Максим Викторович[d]

Агломерация

1130000

Телефон коды3452
Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

71 401 000 000

ОКТМО коды

71 701 000 001

Рәсми сайт

tyumen-city.ru

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Төмән, (сыб.) Цемке-тора[1] (Рәсәй)
Төмән, (сыб.) Цемке-тора[1]
Төмән, (сыб.) Цемке-тора[1]

Төмән (рус. Тюмень) — Рәсәйҙең Көнбайыш Себер өлөшөндә урынлашҡан ҡала, Төмән өлкәһенең административ үҙәге. Илдең иң эре 50 ҡалаһы исемлегенә ингән: халҡы 583 меңдән артыҡ.

XIII быуатта себер татарҙары Сыңғы-Тура ҡалаһына нигеҙ һала, XVI быуатта ҡала — Алтын Урҙаның Төмән олосының баш ҡалаһы була. Алтын Урҙала Туҡтамыш хан идара иткән осорҙа ҡалаға Төмән исеме бирелә. 1495 йылда эске низағ арҡаһында Сыңғы Тура баш ҡала дәрәжәһен юғалта, Мөхәммәт Тайбуға үҙ иреген Каштак — Себер ҡалаһына күсерә. 1585 йылда урыҫ илбаҫары Йырмаҡ Сыңғы Тура — Төмәнде баҫып ала һәм яндыра. 1586 йылда урыҫ нығытмаһына нигеҙ һала.

20 быуатта боронғо Сыңғы Тура урынында «Төмән» тигән стадион төҙөлгән, һөҙөмтәлә мәҙәни ҡатлам юғалған.

Төмән өлкәһендә нефть һәм газ ятҡылыҡтары фәнни ойошмаларының үҫешенә булышлыҡ яһаны. 1990 йылдар башында юғары уҡыу йорттар һәм ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре һаны 11,5 мең кеше тәшкил иткән, йәғни эшкә яраҡлы ҡала халҡыныӊ 10 проценты.

Ғилми-тикшеренеү һәм проект институттары: Криосфера институты һәм Төньяҡтағы ерҙәрен үҙләштерергә тәҡдим проблемалары институты. Ғәмәли фән һәм газ комплексына ихтыяж йүнәлтелгән. Улар араһында "СургутНИПИнефть" (Төмән бүлексәһе), ТюменНИИгипрогаз, Гипротюменнефтегаз, СибНИИНП, Тюменнефтегеофизика (компания "Интегра"), "Нефтегазпроект", СибНАЦ, Сибнефтеавтоматика (ГМС Төркөмө) лидерҙар булып тора.

Белем биреү учреждениелары:

  1. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы (РАНХиГС) филиалы.
  2. Төмән индустриаль университеты
  3. Төмән университеты
  4. Урал дәүләт тимер юлдары университеты Төмән филиалы
  5. Төмән дәүләт аграр университеты
  6. Төмән дәүләт медицина университеты
  1. Миллер Г.Ф. История Сибири. Т.1.М.-Л., 1937, стр.355.