[go: up one dir, main page]
More Web Proxy on the site http://driver.im/Эстәлеккә күсергә

Сарафан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сарафан
Рәсем
 Сарафан Викимилектә

Сарафан (бор.-урыҫ. сарафанъ; һүҙ, бәлки, төрк. särара(i) фарсы теленән sarārā)[1] — күлдәк рәүешендәге еңһеҙ ҡатын-ҡыҙ кейеме. Сарафандар туҡымалары һәм беселеше буйынса айырыла. Сарафандарға оҡшаш күлдәктәрҙе Төньяҡ, Үҙәк һәм Көнсығыш Европала кейгәндәр.[2]

Сарафандар күп кенә славян халыҡтарында популяр булған, әммә Рәсәйҙә генә ул милли символға әүерелә. Сарафан — нәфислек һәм наҙлылыҡ һәм славян ҡатын-ҡыҙы символы булып тора.

Сарафан донъя илдәрендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сарафанға оҡшаш күлдәктәрҙе XX быуат башына тиклем Польша Һәм Европаның бөтә төньяҡ илдәрендә крәҫтиәндәр кейгәндәр. Хәҙерге ваҡытта бындай күлдәктәр был илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың «халыҡ» кейеменең мотлаҡ өлөшө булып тора. Германияла, Баварияла мәҫәлән, был традицион халыҡ күлдәгенең варианты дирндль (нем. Dirndl) бар, шулай уҡ был фасондағы күлдәктәрҙең хәҙерге варианттары трагерклайд (Traegerkleid) траген һәм кляйд күлдәктәрен кейәләр.[2]

Рус әҙәбиәтендә сарафан тураһында тәүге тапҡыр кейем төрө булараҡ телгә алыуҙы 1376 йылдағы Никонов йылъяҙмаһында осратырға була.

Петр I идара итә бащлаған осрҙан традицион рус сарафанын ябай кешеләрҙең һәм сауҙагәр ҡыҙҙары кейеме тип һанай башлайҙар. Ләкин Екатерина тәхеткә ултырыу менән, сарафан яңынан модаға инә. Бынан тыш, маскарад һәм костюм кейгән балдарҙа императрица йыш ҡына зиннәтле сарафан кейеп, аҫыл таштар менән биҙәлгән баш кейемендә (кокошникта) күренгән. Был мода Рәсәй империяһында шул тиклем ныҡ оҡшай, хатта Николай I 1834 йылда махсус указ сығарған, уға ярашлы, һарай ханымдарына ғәҙәти сарафанға оҡшатып тегелгән һарай кейеме кейергә ҡушҡан.

XIX быуаттан сарафанды, нигеҙҙә, үҙәк һәм төньяҡ өлкәләрҙә крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙары, Волга буйы, шулай уҡ революцияға тиклемге осорҙа ҡала ҡатын-ҡыҙҙары кейгән. XIX быуаттың икенсе яртыһының һәм XX быуат башындағы иң модалы сарафан — бөтә Рәсәйҙә тиерлек тура йәки түңәрәк булған. Иң «йәш» рус сарафаны лифлы (күкрәкле) сарафан атала. Тура итәк күкрәккә һәм арҡаға тығыҙ ятҡан лифҡа беркетелгә. Бындай сарафандарҙың таралыуы Рәсәйҙең көнбайыш райондарынан күсеп килеүселәр йолаһының йоғонтоһона бәйле.[3]

Урыҫ сарафандары күп элементтарҙан торған, шуға күрә , айырыуса байрам сарафандары бик ауыр булған. Ҡыя һыҙатлы (клинлы) сарафандарҙы ерек һәм имән төнәтмәһенә буялған һарыҡ йөнөнән тегәләр. Байрам һәм көндәлек өсөн сарафандар була.. Байрам көндәрендә итәккә ҡыҙыл йөндән тегелгән 1 см нескә таҫма менән «читан», «гайтанчик» менән биҙәлгән.

Өҫкө яғы бәрхәт һыҙат менән биҙәлә. Ләкин йөн сарафандар көн һайын кейелмәгән. Еңел, өй кейеме өсөн сатиндан, арҡа һәм ҡабырға буйлап ваҡ бөрмәле тура сарафан- "саян " булған.. Йәштәр «ҡыҙыл» йәки бурҙат ҡыҙыл саян-сарафан, ә ололар зәңгәр һәм ҡара саяндар кейгән. Ләкин Рәсәйҙә XIX быуат башында ғына, бөтә ерҙә лә фабрика етештереүендәге буялған туҡымалар һатыла башлағас ҡына,. крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙары төҫлө сарафандарҙы тегә башлай. Быға тиклем бөтә крәҫтиән кейеме буялмаған тәбиғи төҫтәге туҡыманан эшләнгән.[3]

Рәсәйҙәге сарафан төрҙәре һәм типтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петр I идара итеү осронда традицион рус сарафанын ябай кешеләрҙең һәм сауҙагәр ҡыҙҙары кейеме тип һанай башлайҙар. XIX быуаттан сарафанды, нигеҙҙә, үҙәк һәм төньяҡ өлкәләрҙә крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙары, Волга буйы, шулай уҡ революцияға тиклемге осорҙа ҡала ҡатын-ҡыҙҙары кейгән.[2]

  • тарая килгән итәкле;
  • алғы яҡтан йөй менән йәки төймәле;
  • ныҡ буялған, еңдәре ситкә ташланған;
  • тура, ләмкәләрҙә;
  • итәк лиф менән.
  1. М. Р. Фасмер. Этимологический словарь русского языка. — М.: Прогресс, 1964—1973.
  2. 2,0 2,1 2,2 Н.В. Жилина, Е. В. Смирницкая. Сарафан, БРЭ. 20 февраль 2024 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 Сарафан. 20 февраль 2024 тикшерелгән.