Дастан
Дастан (фарс. داستان дастан — «хикәйә»[1][2]) — Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ-Көнсығыш Азия фольклорында һәм әҙәбиәтендә эпик әҫәр. Ғәҙәттә дастандар героик мифтарҙың, легендалар һәм әкиәттәрҙең фольклор йә әҙәби эшкәртмәһе булып тора.
Дастан фантастик һәм авантюралы хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлай, уның сюжеты ярайһы уҡ ҡатмарлы була, ваҡиғалар — шаштырыбыраҡ, геройҙар идеаллаштырыбыраҡ бирелә.
Көнбайыш әҙәбиәт ғилемендә "дастан" термины ғәҙәттә ҡулланылмай.
Әҙәби дастан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәби дастандарҙы европа әҙәбиәтендәге героик поэма жанры менән сағыштырырға була. Улар шиғыр формаһында яҙыла. Шиғри дастан 11 ижекле һәм 7-8 ижекле юлдарҙан төҙөлә.
Әҙәби поэтик дастан тажик-фарсы һәм төрки телле әҙәбиәттәрҙә (әзербайжан, үзбәк, ҡаҙаҡ шағирҙары) йыш осрай — мәҫәлән, фарсы әҙәбиәте классигы Низами Гәнжәүиҙең «Ләйлә менән Мәжнүн», «Хосроу менән Ширин», «Искәндәрнамә» әҫәрҙәре, Фирҙәүсиҙең «Шаһнамә»һендәге бүлектәр, Әмир Хосроу Дәхләүи, Жәми поэмалары, Хәрәзмиҙең «Мөхәббәтнамә», Ҡотбаның «Хусрау менән Ширин», Сараиҙың «Гөлистан бит-төрки», Баһауиҙың «Буҙйегет» әҫәрҙәре.
Әҙәби дастан жанры хәҙерге заман поэзияһында ла осрай. Мәҫәлән, башҡорт шағиры Мәхмүт Һибәт башҡорт эпосы нигеҙендә «Алпамыша» дастанын яҙған (1993).
Дастан авторҙарының исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әмир Хосроу
- Бедил
- Фәхреддин Ғурғани
- Жәми
- Мулланәфес
- Навои
- Низами
- Увайси
- Фүзули
- Фирҙәүси
- Хәрәзми
Фольклор дастаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыҙ-тел ижады дастанын башҡарыусыны төрлө халыҡ төрлөсә атай: дастанчи, ашуғ, бахши. Дастан шиғыр, проза йә шиғыр ҡатнаш проза менән һөйләнелә. Башҡарған саҡта декламация ғәҙәттә музыкаль киҫәктәр менән сиратлаша. Шиғри дастан 11 ижекле һәм 7-8 ижекле юлдарҙан төҙөлә.
Фольклор дастандары героик эпос жанрына оҡшаш. Фольклор дастандары Тажикстанда, Төркиәлә, Үзбәкстанда күпләп йыйыла, шул иҫәптән совет фольклорсылары тарафынан да яҙып алына. Улар араһында мәҫәлән, Алишер Навои поэмаларының халыҡ ижады варианттары бар. Фольклор дастандарының айырым бер ҡатламы — Урта Азия халыҡтарының граждандар һуғышы, Ленин, 1920 йылда Бохарала хандың ҡолатылыуы, баҫмасылар менән көрәш, 1927 йылдағы ер-һыу реформаһы тураһындағы әҫәрҙәре.
Һылтанмалар һәм библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Селтәрҙә дастандар тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья «Дастан» в Энциклопедии Башкортостан(недоступная ссылка)
- Квятковский А. П. Дастан // Квятковский А. П. Поэтический словарь. — М.: Сов. Энцикл., 1966. — С. 96
- Каррыев С. А. Дастаны: <Туркменская литература> // История всемирной литературы: В 9 томах / АН СССР; Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — Т. 5. — М.: Наука, 1988. — С. 484—485
- Золотое слово предков, или Великий словесный путь <О казахском фольклорном дастане> // Казахстанская правда
- Дастан в Туркменской литературе 2007 йыл 11 октябрь архивланған.
Селтәрҙә дастан текстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гургани. «Вис и Рамин»
- Навои. 2007 йыл 29 сентябрь архивланған. Пять поэм-дастанов 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
- Низами. 2007 йыл 2 июль архивланған. Фрагменты поэм-дастанов 2007 йыл 2 июль архивланған.
- Фирдоуси. Дастаны из «Шах-наме»
Дастан баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Амир Хосров Дехлеви. Восемь райских садов. М., 2002.
- Эмрах и Сельви, Необыкновенные приключения Караоглана и другие турецкие народные повести. М., 1979.
- Физули. Лейли и Меджнун. М., 1958
- Шасенем и Гариб, Касым оглан и другие туркменские народные повести. М., 1991.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Steingass, Francis Joseph.
- ↑ Russell, R., 1993.