[go: up one dir, main page]
More Web Proxy on the site http://driver.im/Эстәлеккә күсергә

Суджа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Суджа
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1664
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Суджанский район[d][1] һәм Городское поселение город Суджа[d][1]
Административ-территориаль берәмек Суджанский район[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 4941 кеше (2024)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 135 метр
Майҙан 4 км²
Почта индексы 307800
Рәсми сайт sudzha.gosuslugi.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты XVII быуат
Урындағы телефон коды 47143
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Судже[d]
Карта
 Суджа Викимилектә


Суджа — Рәсәйҙең Курск өлкәһе Суджа районындағы ҡала, Суджа районының административ үҙәге.

Суджа ҡала биләмәһе менән бергә муниципаль берәмек барлыҡҡа килтерә, был берәмектәге берҙән-бер ҡала статуслы тораҡ пункты[3].

Халҡы — 5 738 кеше (2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса).

Суджа гидронимының килеп сығышы тураһында төрлө фекерҙәр әйтелде, әммә ышаныслыһы юҡ. Иң ышаныслы гипотеза, моғайын: «су» — тимәк, татарса «һыу»; «джа» урын, йәғни — «һыу урыны». XХ быуаттың беренсе яртыһында Суджа тарихсыһы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсеһе А. И. Дмитрюк «Суджа» һүҙенең йыш ҡына телгә алынған башҡа формаһын — "Суржа"ны күрһәтә һәм ул һүҙ икмәк телемдәрен аңлата тип әйтә, йәнәһе, бөйөк рус телендә «суржа» арыш һәм бойҙай бөртөктәре ҡушылмаһын аңлатҡан. Ошонан сығып, «Суджа» «төрлө урындан килгән кешеләр ҡатышмаһы» тип фаразларға була .

Ҡалала Урта рус ҡалҡыулығының көньяҡ-көнбайыш армыттарында, Суджа һәм Олешня (Псел йылғаһы ҡушылдығы) йылғалары ярында, Курск ҡалаһынан 105 км , Украина сигенән 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Климат уртаса-континенталь. Ҡыш уртаса һалҡын. Ҡыштың беренсе яртыһы йылыраҡ, епшектәр була. Ғинуар-февраль һыуыҡ була, был ваҡытта көслө һыуыҡтар ҙа була. Бик һалҡын март, апрель башында яҙ башлана. Йәй уртаса дымлы һәм йылы, ваҡытлыса эҫе менән һалҡынкөндәр була. Сағыштырмаса йылы көҙ.

Климат Суджа
Күрһәткестәре Дек. Ғинуар. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Һауа температураһы, °C -4,4 -3,4 1,7 12,4 20,1 23,4 24,7 24,0 18,3 10,8 2,9 -1,5 10,8
Уртаса температура, °C -7,6 -6,8 -1,7 7,7 14,7 18,1 19,5 18,5 13,3 6,8 0,2 -4,3 6,5
Уртаса минимум, °C -10,8 -10,2 -5 3,1 9,3 12,8 14,3 13,1 8,3 2,8 -2,4 -7 1,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 43 32 34 40 50 70 76 59 52 46 47 49 598
Суджа-ҡәлғә
Суджа ҡалаһының планы (1784)

XII быуатта Суджа Рыльский удел кенәзлеге составына инә. Ҡала урынында кешеләр йәшәгән ауыл 1664 йылға тиклем булған, әммә 1662 йылда бында ҙур янғын була, артабан бында йәшәгән халыҡ батша Алексей Михайловичҡа ауылды тергеҙергә ярҙам итеүен үтенә. Батша был урында ҡала-ҡәлғә төҙөргә ҡарар ҡабул итә, ә был рус-поляк һуғышының иң ҡыҙыу мәлендә (1654-1667) һәм Украиналағы драматик ваҡиғалар (1657-1687) барған саҡта була. Ҡала төҙөлә, ул 14 манаралы ағас диуар менән уратыпалына, шуларҙың 4-һе үткәүелле итеп төҙөлә. Ҡалала Сумск казак полкының 100 казағы тора. Стольник һәм воевода Г. С. Рагозин әйтеүе буйынса, Суджала һәм уның биҫтәләрендә 782 йорто һәм 1387 кеше, ике ағастан буралған сиркәү була[4]. Ҡала татарҙарҙың «сукмагында», йәғни татар күсмәнделәренең һуҡмаҡ юл сатында тора. Ҡаланы Суджа, Олешня, Псел, киң урман һәм һаҙлыҡтар уратып торған. Суджа Путивль — Рыльск — Хотмыжск — Курск нығытмалар системаһына инә һәм Мәскәүҙе көньяҡ— көньяҡ-көнбайышта һаҡлап торған. Польша менән ҡыҙыу һуғыш барған саҡта Суджа ул ваҡиғалар үҙәгендә була. Бында Мәскәүҙән воевода Ромадановскийҙың ғәскәре килә, шулай уҡ Украина гетмандары һәм башҡалар һөйләшеүҙәр алып барырға килә.

Польша менән тыныслыҡ килешеүе төҙөгәндән һуң, Украина Рәсәй империяһына ингәс, Суджа ҡалаһы үҙенең хәрби әһәмиәтен юғалтҡан, әммә сауҙа ҡалаларының береһенә әүерелгән, унда урындағы сауҙагәрҙәр сәскә атҡан. 1708 йылдан алып Суджа Киев губернаһы составында тора, 1719 йылдан алып — был губернаның Белгород провинцияһына ҡарай, 1721 йылдың (20 октябренән (иҫке ст.) алып 1917 йылдың 1 сентябренә тиклем (иҫке ст.) Рәсәй империяһы) составында тора. XVIII быуатта Суджа Рәсәйҙең көньяғындағы бәләкәй сауҙа ҡалаһы булып тора. Указ императрица Екатерина II указы буйынса 1785 йыла ҡала тәүге тапҡыр өйәҙ үҙәге булып китә.

XIX быуат аҙағында Суджа — ҙур булмаған сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәк. Ҡалала 8 сиркәү була. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар гимназиялары, реаль училище, земство асыҡ китапханаһы, земство дауаханаһы, уҡытыусылар семинарияһы, ике мәхәллә училищеһы эшләй. Бында араҡы, селитра, ярма, май сығарыу, күн иләүзаводтары була. 1897 йылдар ҡалала 7 433 кеше, шул иҫәптән украиндар — 4546, урыҫтар — 2765, йәһүдтәр — 87 йәшәй[5].

Был ваҡытта Суджа һөнәрселек-сауҙагәрҙәр ҡалаһына әйләнә-бында көршәк яһау ныҡ үҫешә. XIX быуат уртаһында көршәк яһау сәскә ата. Париждағы керамика күргәҙмәһендә ҡаланың XIX быуаттағы көршәк яһау оҫталары миҙалға лайыҡ була.

Беренсе донъя һуғышында Бында Германия ғәскәрҙәре күренә. Ҡала 1917 йылдың 1 сентябренән (иҫке ст.) 25 октябренә (иҫке ст.) тиклем Рәсә республикаһы составында була. Граждандар һуғышы ваҡытында ҡала ҡулдан-ҡулға күсә, уны йә ҡыҙылдар, йә Деникин армияһы, йә петлюрасылар һәм хатта батька Махно баҫып ала. Бер аҙ ваҡыт Суджала, 1918 йылдың декабренән алып 1919 йылдың ғинуарына тиклем Советтар Украинаһы хөкүмәте тора. 1922 йылдың декабрендә Суджа ҡалаһы СССР-ҙың Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы составында тора. 1920-се йылдарҙа Суджала театр төҙөлә. 1928 йылдың 30 июлендә Суджа районы ойошторола һәм ҡала уның административ үҙәгенә әйләнә.

Совет власы йылдарында бында туҡыусылар мәктәбе, ә һуңынан «Ткачиха» артеле асыла. 1938 йылда Нью-Йорктағы күргәҙмәлә, шулай уҡ Брюсселдә һәм Монреалдә, Суджа артеленең данлыҡлы келәмдәре күрһәтелә.

Бөйөк ватан һуғышы ваҡытында, 1941 йылдың 18 октябрендә, Суджаны немец-фашист ғәскәрҙәре баҫып ала.[6] Ҡала 16 акй дауамында оккупация, Ивницкий трагедияһын кисерә. Суджана фронтҡа киткән 12 мең кешенең 7 меңе ҡайта алмаған, 6 меңдән ашыуы орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Һуғыш ваҡытында ҡала ныҡ емерелә. 1943 йылдың 3 мартында ҡала гитлер германия ғәскәрҙәренән совет ғәскәрҙәренең Воронеж фронтытарафынан Харьков һөжүм операцияһы (шулай уҡ ҡарағыҙ: Харьков һөжүм операциялары 2.02-3.03.1943 йыл:[6]) барышында азат ителә.

Һуғыштан һуң ҡалала төҙөлөш предприятиелары һәм эшкәртеү сәнәғәте, май заводы, ҡош ите комбинаты, элеватор, консерва заводы, шарап цехы, һыра заводы, икмәк заводы, колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы (МСО), төҙөлөш предприятиелары һәм башҡалар барлыҡҡа килә.

М. С. Щепкин исемендәге парк

Суджа — Курск өлкәһенең муниципаль берәмектәре составында. Закондар сығарыу власының органы — ҡала советы, башҡарма властың — ҡала хакимиәте. Суджала «Суджа районы» муниципаль берәмегенең урындағы үҙидара органдары бар.

Суджа ҡалаһында музыка мәктәбе, музыка училищеһы, ауыл хужалығы техникумы, суджанский филиалы Хәҙерге гуманитар академияның Суджа филиалы эшләй. Ҡалала ауахана һәм поликлиника, спорткомплексы, ял паркы, кинотеатр, Мәҙәниәт йорто, район тыуған яҡты өйрәнеү музейы (1962) бар. Тыуған яҡты өйрәнеү музейында рәссамдар картиналарының ҙур йыйылмалары тора, мәҫәлән, И. Е. Репиндың уҡыусыһы, Суджа ҡалаһында тыуған П. К. Лихиндың картиналары. Ҡалала ике гәзит «Суджанские вести» һәм «Вестник Суджи» сыға, үҙешмәкәр коллектив Тимоня (Плехово ауылы, Суджа районы) билдәле. Суджа ҡалаһын урап Курск — Суджа — Сума (Украина) автомобиль юлы үтә. Ҡала янында Санкт-Петербург — Иркутск — Суджа — Харьков (Украина) тимер юл магистрале үтә.

«Горналь» йырыны

XVIII—XIX быуаттарҙың архитектура ҡомартҡылары һаҡланған: Троицкий сиркәүе (Вознесенский, 1812); Раштыуа сиркәүе (1799—1828); Покров Пресвятой Богородицы сиркәүе (1799—1828); Суджа янында, Замостье һәм Заолешенка ауылдарында — 5 манаралы XIX быуатта ялған рус стилендә төҙөлгән сиркәүҙәр; кенәз Долгоруков һарайы (емереклектәр, архитекторы А. В.. Щуко); рус актеры М. С. Щепкин һәйкәле (1895) һ. б.

Псел йылғаһы боролошо

Суджа районында тәбиғәт ҡомартҡылары һаҡланған.: Клюквенный күле, Бөйөк ыҙан, Крейдянка ыҙаны, Гуево ауылындағы кенәз Долгоруков паркы, 300 йәшлек ҡарағай, төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы « Горналь ыҙаны» һәм башҡалар. Районда бик күп матур күлдәр, ылыҫлы һәм ҡатнаш урман массивтары, аҡбур тауҙар (уларҙың араһында иң билдәлеһе Фагор тауы).

Горналь Свято-Николаевский Белогорский ирҙәр монастыры (1671 йылда төҙөлгән, 1788 ябылған, яңынан ҡабат 1863 йылда асылған һәм рус-византия стилендә яңынан төҙөлгән). Бында элек-электән Курскиҙың изге ҡомартҡыһы булған Богородицаның «Пряжевская» иконаһын тотоп Украинаға тәре тотоп йөрөү үткәрелә.

  • ААЙ «Суджа трактор агрегаттары заводы»
  • ААЙ «Суджа май сығарыу комбинаты»
  • ААЙ «Суджа ит комбинаты»
  • ЯСЙ «Зерносервис» (элеватор)
  • ААЙ «Рождественский спиртзаводы»
  • ЯСЙ «ДРСУ Суджанский № 2»
  • ААЙ «Надежда»
  • Комбикорм заводы
  • Һыуытҡыс комбинат
  • МАПП «Суджа» — Суджа таможня посы
  • Тыныс таможня посы
  • Тимер юл (Курскиҙы, Киевты урап)
  • Газоизмерительный станцияһы «Суджа»
  • ГИС «Суджа» Европаны газ менән тәьмин итеү транзит коридоры, газ үткәргес торбаларҙың диаметры 1420 мм-ҙан ғибәрәт.[7].
  • Михаил Щепкин һәйкәле (Белгород)
  1. 1,0 1,1 1,2 ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
  2. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2024 года. Федеральная служба государственной статистики (27 апреля 2024). Дата обращения: 4 май 2024.
  3. Закон Курской области от 21 октября 2004 года № 48-ЗКО «О муниципальных образованиях Курской области»
  4. Рагозин Г. С. Опись новопостроенного города Суджи. — 1664.
  5. Демоскоп Weekly — Приложение. Справочник статистических показателей
  6. 6,0 6,1 Освобождение городов: Справочник по освобождению городов в период Великой Отечественной войны 1941—1945. / М. Л. Дударенко, Ю. Г. Перечнев, В. Т. Елисеев и др. — М.: Воениздат, 1985. — 598 с.
  7. Маршрут через ГИС «Суджа» является основным путём на Балканы — Газпром. Экономика. РИА Новости Украина (14/ 01/ 2009). Дата обращения: 9 февраль 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года.
  • Цапенко М. П. По западным землям курским и белгородским — М., 1976.
  • «Отказная книга новопостроенному городу Судже, учинённая стольником Герасимом Семёновичем Рогозиным в 1664 году» перевод А. Дмитрюкова — 1853.
  • Мацулевич Л. А. Погребение варварского князя в Восточной Европе, — М.—Л., 1934;
  • Рыбаков Б. А. Новый Суджанский клад антского времени // «Краткие сообщения о докладах и полевых исследованиях института истории материальной культуры» — 1949, в. 27.
  • А. И. Дмитрюков. Материалы для археологической карты Курского уезда // Труды Курской ГУАК. Т. 1. Курск, 1911.