Крей
Крей | |
Герб | |
Рәсми атамаһы | Creil[1] |
---|---|
Архивы хранятся в | archives municipales de Creil[d] |
Дәүләт | Франция |
Административ үҙәге | Крей-Сюд[d] һәм Крей[d][2] |
Административ-территориаль берәмек | Крей-Ножан-сюр-Уаз[d], Крей-Сюд[d], Уаза[d] һәм Санлис[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Статистическая область | область притяжения Парижа[d] һәм Q3550993? |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Крей[d][2] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Уаза[d][3] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Creil[d] |
Хөкүмәт башлығы | Jean-Claude Villemain[d] |
Халыҡ һаны | 36 106 кеше (1 ғинуар 2021)[4] |
Ир-егеттәр | 17 631[5] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 18 026[5] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 27 метр, 26 метр[6] һәм 129 метр[6] |
Туғандаш ҡала | Марль, Дахла[d] һәм Пендл |
Сиктәш | Ножан-сюр-Уаз[d], Апремон[d], Монтатер[d], Saint-Maximin[d] һәм Вернёй-ан-Алатт[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Майҙан | 11,09 км²[7] |
Почта индексы | 60100[8] |
Электрон почта | info@mairie-creil.fr[9] |
Рәсми сайт | creil.fr[9] |
Һәйкәлдәр исемлеге | Q97033585? |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Creil[d] |
Крей Викимилектә |
Крей (франц. Creil) — Францияның төньяғында О-де-Франс төбәге Уаза департаменты Санлис округы Санлис кантоны үҙәге ҡалаһы. Бованан көньяҡ -көнбайышҡа табан 39 км-ҙа, Париждан төньяҡта 48 км-ҙа, Уаза йылғаһының ике ярында урынлашҡан.
Халыҡ һаны (2014) — 92 234 кеше.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]633 йылда был урын беренсе тапҡыр телгә алына. X быуатта Уаза йылғаһындағы Сен-Морис утрауында де Санлис сеньорҙары тарафынан һарай (замок) төҙөлә. XIII быуатта король Людовик IX уны һатып ала, һәм ул король резиденцияларының береһе була. 1358 йылда Крей Жакерияның үҙәге була, бер быуаттан һуң ҡала районы Йөҙ йыллыҡ һуғыш урынына әүерелә.
1797 йылда Париждан бер төркөм халыҡ ҡаланың үҫешенә итмпульс биреүсе гәүһәр (хрусталь) етештереүсе завод аса. Тиҙҙән завод керамик изделиелар сығарыу заводына әйләндерелә һәм Крей халҡының күп өлөшө өсөн эш урыны булып тора. 1810 йылда Сен-Квентин каналы асыла, ул Уазаны Шельде менән бәйләй, ҡалала яңы, башлыса керамика һәм күн, производстволары асыла.
1840 йылда ҡала тарихының яңы этабы башлана, Париж-Лилль тимер юлы Крей аша үтә. Тимер юл үҙәге Уаза йылғаһының быға тиклем аҙ үҙләштерелгән уң яҡ ярында төҙөлә. Артабан бында ҡара һәм төҫлө металлургия предприятиелары төҙөлә башлай.
70-се йылдарҙа ҡала халҡы бында торлаҡ йорттары төҙөлөү сәбәпле ҡырҡа үҫеп китә. Париждың хеҙмәт мигранттары, башлыса Төньяҡ Африканан килгәндәре, бында күпләп йәшәй башлай.
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге Медар сиркәүе .
- Уаза йылғаһының уртаһындағы Сен-Морис утрауындағы король һарайы ҡалдыҡтары, шул иҫәптән әлегә тиклем һаҡланып ҡалған манараларҙың береһе
- Галле -Жюйе ҡалаһының керамика һәм фаянс музейы. Ул элекке һарай урынында төҙөлгән.
- «Мөхәббәт ҡорамы» — Сен-Морис утрауындағы боронғо тирмән бинаһы, диуар эсендәге барельефтары арҡаһында шулай аталған
- Мэрия бинаһы
- XIX быуаттың «Ле Лидо» театры бинаһы
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ мәшғүллеге структураһы:
- ауыл хужалығы — 0,1 %
- сәнәғәт — 6,1 %
- төҙөлөш — 3,3 %
- сауҙа, транспорт һәм кешеләргә хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә — 33,6 %
- дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр — 56,9 %
Эшһеҙлек кимәле (2013) — 25,0 % (дөйөм алғанда, Францияла — 13,5 %, Уаза департаментында — 13,7 %). 1 кешегә уртаса килем (2013) — 14 104 евро (дөйөм алғанда Францияла — 20 185, Уаза департаментында — 20 633).
Хакимиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Крей мэры вазифаһын 2008 йылдан алып Социалистик партия ағзаһы Жан-Клод Вильмен (Jean-Claude Villemain) биләй, ул Уаза департаментында Крей кантоны Советы вәкиле. 2014 йылдағы муниципаль һайлауҙарҙа ул етәкләгән социалистар блогы, 2 турҙа өс блок араһында һайлаусыларҙың 40,02 % тауышын алып, еңеп сыға.
Кандидат | Партия | % тауыш | |
---|---|---|---|
Жан-Клод Вильмен | Социалистик партия | 40,02 | |
Хишам Буламан | Төрлө һул | 34,33 | |
Мишель Сертен | Халыҡ өсөн хәрәкәт союзы | 25,65 |
Кандидаттар | Партиялар | % тауыш | |
---|---|---|---|
Жан-Клод Вильмен | Һул блок | 42,66 | |
Жиль Сеген | Төрлө һул | 34,90 | |
Нуредин Нашит | Уң блок | 22,44 |
Демографик хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Данлыҡлы кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Матур Карл IV (1294—1328), Франция короле
- Жан Луи Тюилье (1757—1822), ботаник, баҡсасы
- Эрик Верт (1956), сәйәси эшмәкәр, Франция Милли йыйылышы депутаты, элекке министр
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Изге Медар сиркәүе
-
Элекке король һарайының манараһы
-
Галле-Жюйе ҡалаһының керамика һәм фаянс музейы
-
Ҡала үҙәгендәге Карно майҙаны.
-
Сен-Морис утрауындағы «Мөхәббәт ҡорамы»
-
«Ле Лидо» театры
- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ 2,0 2,1 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Sandre
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 5,0 5,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 6,0 6,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 9,0 9,1 https://lannuaire.service-public.fr/hauts-de-france/oise/mairie-60175-01