[go: up one dir, main page]
More Web Proxy on the site http://driver.im/Эстәлеккә күсергә

Килт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Килт
Рәсем
Асыу датаһы 1720
 Килт Викимилектә

Килт (ингл. kilt, гэл. fèileadh [ˈfeːləɣ][1])) — шотланд милли кейеме, ир-ат әйбере, Шотландия тау халҡының традицион кейеме.

Шотландтар традицион кейемдә - (килт)

Килт бил тирәләй бәйләнгән туҡыма киҫәгенән ғибәрәт, арт яҡтан плиссе итеп, бөрөп йыйыла һәм 2-3 ҡаптырма менән ҡайыш ярҙамында беркетелә; ғәҙәттә килт ваҡ әйберҙәр өсөн «спорран» тигән махсус сумка менән бергә йөрөтөлә. Килт ҙур бөркәнсек — пледтан килеп сыҡҡан, ул — иң аҫҡы өлөшө. Тарихи ҙур плед ярайһы уҡ оҙон һәм киң була, уны яурынға һалып йөрөтөргә йәки, һауа торошо насар булғанда, бөркәнергә мөмкин. Килт традицион йөн шотландканан — тартандан эшләнә.

Хәҙерге шотландтарҙың күбеһе килтты рәсми сарала йәки туй костюмының бер өлөшө булараҡ ҡуллана, көн һайын уны бик аҙ кеше кейә. Шотландияның күп ерҙәрендә килттарҙы тау халҡының спорт ярыштары, шулай уҡ музыкаль һәм бейеү сығыштары ваҡытында күрергә мөмкин. Британия армияһында килт әлегә тиклем хәрби форманың бер өлөшө булып тора (йыш ҡына смотрҙар һәм парадтар өсөн), хәрби хәрәкәттәрҙә ул Икенсе донъя һуғышы ваҡытынан бирле ҡулланылмай.

Ҙур һәм бәләкәй килттар бар.

  • Спорран
  • Саронг
  • Парео
  • Тэм-о-шентер
  • Ысын шотландец
  • Фустанелла
  1. Am Faclair Beag. Дата обращения: 6 апрель 2019. Архивировано 9 сентябрь 2015 года.
  • Андреева Р. П. Килт // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 198. — ISBN 5-86617-030-2.