[go: up one dir, main page]
More Web Proxy on the site http://driver.im/Эстәлеккә күсергә

Кена

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кена
Рәсем
Низшая нота G4[d]
Жанр инктар музыкаһы[d]
Диапазон звучания
Классификация Хорнбостеля — Закса 421.111.12
 Кена Викимилектә

Кена (кечуа quena-quena[1]) — асыҡ буйға һуҙылған флейта. Көньяҡ Америка (Перу, Боливия, Чили төньяғы, Аргентинаның төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайышы , Эквадор, Колумбия, Венесуэла, Гвиана) таулы райондарындағы индеецтарҙың традицион музыка ҡоралы[1].

Беҙҙең эраға тиклем 9 — 2 быуаттарҙағы Чавин мәҙәниәте дәүеренән билдәле. Хайуандар, кеше һөйәктәренән, алтындан, көмөштән, балсыҡтан, ҡабаҡтан эшләгәндәр, хәҙерге ваҡытта башлыса ҡамыштан [1] бамбук һабағынан эшләнә.

Ҡоралдың оғонлоғо — 25-70 см. Тишектәрҙең һаны — 5-6 (һирәгерәк 8) һәм артҡы яғында — баш бармаҡ өсөн бер тишек. Тауыш рәтендә — хроматик ике октава.

Кечуа, аймара һәм метис халыҡтарында пентатоник көйҙәрҙе башҡарыу өсөн ҡулланыла. Кенда башлыса ир-егеттәр уйнай: яңғыҙ (соло) йәки ансамблдә. Мәҫәлән, ике кена менән бомбо йәки каха барабаны оҙатыуында кена-кена[2] вайно, байлесито, карнавалито, качарпари, куэка, такуирари һәм башҡа бейеүҙәрҙе башҡаралар Шулай өс кендан торған ансамбль йыш күҙәтелә (пусифиа йәки мукулулос)[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Музыкальные инструменты, 2008
  2. Индейцы Аймара. Празднества // Народы Америки. Том 2 / Под ред. А.В. Ефимова и др. — М.: АН СССР, 1959. — С. 452. — 673 с.
  • Кена // Музыкальные инструменты. Энциклопедия. — М.: Дека-ВС, 2008. — С. 252. — 786 с.
  1. YouTube сайтында Видео Перуан флейтаһы - кена.