[go: up one dir, main page]
More Web Proxy on the site http://driver.im/Эстәлеккә күсергә

Уҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уҡ
Рәсем
Изображается на Тәхеттәр уйыны[1]
Схематичная иллюстрация
 Уҡ Викимилектә
Уҡ атыу. Бөрйән районы

Уҡ (рус. Стрела) — ян менән ата торған төҙ нәҙек таяҡ, бер башы - осло, икенсе яғы ҡанат һымаҡ ҡулайламалары булған, таяҡ формаһындағы һуғыш ҡоралы [2][3].

Уҡ дошманға алыҫтан тороп һөжүм итергә уңайлы яу ҡоралы. Уҡты үҙен генә ҡулланып булмай, уны алыҫҡа атыр өсөн йәйә кәрәк. «Уҡ» һаҡланыу сараһы ла, йәшәү сығанағы ла булған. Уҡ менән файҙаланып һунарға йөрөгәндәр. Уның менән ҡош-ҡорт, ваҡ хайуандарҙы атып алыуы еңел. Уның көслө тауышһыҙ булыуы ла иғтибарға лайыҡ, йәнлектәрҙе күпләп ҡурҡытмаған.

Олимпиада сәбенә тейгән уҡтар

Йыш ҡына улар тигеҙ генә сыбыҡтарҙан йәки яраҡлы ағастан сыра ярып, юнып эшләнгән. Шулай уҡ ҡамыш та ҡулланылған. Мәргән атыр өсөн уҡтың төп-төҙ булыуы талап ителгән, ғәҙәттә, ут өҫтөндә йылытып, турайтып алғандар. Изгинов һәм төҙәтеүҙәр талап теүәл күҙәткәне өсөн уны атыу өсөн прямизна улар,

Елемле уҡтар иң яҡшыһы булған. Дүрт сыраны балыҡ елеме менән йәбешетереп эшләнгәндәре урыҫса «каленый» тип аталған [4], ул төркиҙәрҙең "ҡалын" тигән һүҙенән килеп сыҡҡан [5]. Ул йылдар буйы төҙ килеш һаҡланған.

Ағасы урындағы флораға, уҡтарҙың тәғәйенләнешенә һәм хәрби традицияларға ҡарап һайланған. Яҡынға атыу өсөн ҡулланылған ауыр уҡтар - ҡарағас, тирәктән, алыҫҡа оса торған еңелдәре ҡарағай, кедр, талдан эшләнгән. Һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Көньяҡ Уралда урта быуаттарҙа йәшәгән кешеләрҙең яратҡан материалы ҡайын булған. Был ағас уҡ өсөн мөһим булған барлыҡ сифаттарға эйә – һәлмәклеге, ныҡлығы һәм ҡатылығы кереште тартҡан мәлдә уҡтың ҡалтыранмауын тәьмин иткән.

Уҡ остары киң таҫмалы йәки ромб формаһындағы биҙәкләп һуғылған тимерҙән эшләнгән, уҡ хәрәкәтен көйләү өсөн осона ҡаҙ ҡаурыйы беркетелгән. Бер һаҙаҡта ғәҙәттә 15-тән алып 30-ға тиклем уҡ һаҡланған.

Ҡауырыйлы уҡ өсөн ҡаҙ, өйрәк, бөркөт, өкө һәм башҡа эре ҡоштар ҡауырһыны ҡулланылған. Этнография буйынса материалдарҙан күренеүенсә, ҡауырһын оҙонлоғо уҡтың ҙурлығына, ауырлығына, төрөнә, маҡсатына бәйле булған. Һыу ҡоштарының ҡанаты ямғыр аҫтында ла дымланмағанң Еңел уҡтарға һәм йыраҡҡа ата торғандары өсөн бәләкәйерәк ҡауырһын һайлағандар. Йыртҡыс ҡоштарҙың йәки һайыҫҡан ҡойроғон төҙ атыу өсөн ҡулланғандар [6].

Хәрби ян өсөн уҡтың оҙонлоғо 75 - 90 см самаһы һуған (бик һирәк - оҙонораҡ), йыуанлығы – 7-10-ы мм тиклем. Һунар уҡтары оҙонлоғо 120 см -ға еткән. Кавалерия офицеры Мишель Комб фамилиялы француз 1812 йылдың 5–6 сентябрендә былай тип яҙып ҡалдырған:

«Русская армия<...> прикрывала свое отступление частой цепью стрелков, составленной из казаков, калмыков и башкир. Последние были вооружены луками и стрелами, свист которых был для нас нов, и ранили нескольких из наших стрелков. Шея лошади капитана Депену, из моего полка, была пронзена под гривой одной из этих стрел, имевших приблизительно четыре фунта в длину. Это около 120см.[7] [8]

Башҡорт уҡтары төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт уҡтары эшләнешенә ҡарап төрлө атама йөрөткән: ҡырма уҡ, һыҙма уҡ, беҙ уҡ, күкәй уҡ, сыраҡ уҡ.

(Салауат Юлаев шиғыры)

Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам.
Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,
Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.
Һауаға атҡан уҡҡайым
Тау, урмандар аша уҙһасы.
Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,
Бер дошмандың йәнен өҙһәсе.

[9]

Ауыҙ-тел ижадында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ил тупланһа - туп була, ил ойошһа - уҡ була.
  • Атҡан ерҙә уҡ ҡалыр.
  • Уҡ атҡан ергә төшә.
  • Уҡ етмәгән ергә туп етер.
  • Уҡсы тейҙерә алмағанға, уҡ ғәйепле түгел.
  • Уғын атҡас, йәйәһен йәшермә.
  • Уҡ тейһә - болаға, һүҙ тейһә - ағаға.
  • Унда уҡ юнмаған утыҙҙа ҡылыс та ҡоймай.
  • Атҡан уҡ кире ҡайтмаҫ.
  1. Game of Thrones 6x09 Battle of bastards-Vale's charge and retake of winterfell
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 465-се бит
  3. Стрела Большой Энциклопедический словарь http://slovari.299.ru/word.php?id=60392&sl=enc 2017 йыл 11 октябрь архивланған.
  4. В. Е. Маркевич. Ручное огнестрельное оружие. 1934. — СПб, 2005. — стр. 12
  5. Древнетюркский словарь. — Изд-во Наука, 1969. — стр. 411
  6. Атылды ла уҡ сәпкә тейҙе
  7. [http://militera.lib.ru/memo/0/pdf/russian/sb_frantsuzy-v-1812-1.pdf Французы в России. 1812 год по воспоминаниям современников-иностранцев]
  8. Стрелы 2022 йыл 20 ғинуар архивланған.
  9. [1] Уҡ
  • Коробейников А. В., Митюков Н. В. Баллистика стрел по данным археологии: введение в проблемную область. — Ижевск: НОУ КИТ, 2007. — 140 с. — ISBN 978-5-902352-20-4.
  • Ю. Худяков. О символике стрел кочевников Центральной Азии 2008 йыл 10 июнь архивланған. // Этнографическое обозрение. — 2004. — № 1. — С. 102—111.
  • Медведев А. Ф. Ручное метательное оружие. Лук и стрелы, самострел. VIII-XIV вв. — М.: Наука, 1966. — 128 с.
  • Байдыченко Т. В., Лысенко В. В. Изучение факторов, влияющих на устойчивость системы «стрелок—оружие» в стрельбе из лука // Теория и практика прикладных и экстремальных видов спорта. — 2010. — №. 3. — С. 14.
  • Даль В. И. Толковый словарь живого великорусского языка В. И. Даля. — М.: изд-во типографии А. Семена, 1863.
  • Ушаков Д. Н. Толковый словарь русского языка / под ред. Д. Н. Ушакова. — М: Гос. ин-т «Сов. энциклопедия»; ОГИЗ; Гос. изд-во иностр. и нац. слов, 1935—1940.
  • Большой энциклопедический словарь / под ред. А. М. Прохорова. — М.: Советская энциклопедия, 1993. — 1632 с.